11:04 (UTC+5), 29 Декабрь 2020

Республикала коронавирус осоронда эшкә һәләтле халыҡтың үлеме 14% тиерлек артҡан

Андрей Старостин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
2019 йылда Башҡортостан властары республикала ғүмер оҙайлығының 72,06 йәштән 72,64-кә тиклем артыуын билдәләне. Быйыл ошо күрһәткес 71,73 йәшкәсә кәмене. Һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, был үлемдең артыуына бәйле.
«Ҡатмарлы эпидемиологик хәл килеп тыуғас, ағымдағы йылдың ун айында дөйөм үлем күрһәткесе – 13,8%, шул иҫәптән эшкә һәләтле йәштә үлем осрағы 13,9% артты», — тине Максим Забелин Башҡортостан хөкүмәтендәге ултырышта.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, киләһе йылда властарҙың алдында үлемде кәметеү буйынса ҙур эш тора.
«Республика башлығы киләһе йылда һаулыҡ һаҡлау эшебеҙҙең төп йүнәлеше буласағы тураһында ҡарар ҡабул итте. Шуға күрә граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек – 2021 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең төп бурысы», — тине премьер-министр Андрей Назаров.
Үлем осраҡтарының артыуы менән бер рәттән, республикала сабыйҙар үлемен 11,5% кәметеүгә өлгәшелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика