Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2020, 15:21

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Спутник V» препаратын 60 йәштән өлкәндәргә ҡулланырға рөхсәт итте

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығы вакцинация осоронда препаратты 60 йәштән өлкәндәр өсөн ҡулланырға рөхсәт бирҙе.
Экспертиза Рәсәйҙең «Спутник V» вакцинаһын өлкәндәр өсөн хәүефһеҙ булыуын раҫланы, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко «Рәсәй 24» телеканалы эфирында.
«Спутник V» вакцинаһын 60 йәштән өлкән кешеләрҙә ҡулланыуға клиник тикшереүҙәр үткәрелде. Экспертиза уның хәүефһеҙлеген һәм һөҙөмтәлелеген раҫланы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицинала ҡулланыу буйынса инструкцияға үҙгәрештәр индереүҙе хупланы», — тине министр.
«Спутник V» вакцинаһы – COVID-19-ҙы иҫкәртеү өсөн донъяла тәүгеләрҙән булып теркәлгән вакцина. Препарат Рәсәйҙең тура инвестициялар фонды булышлығында академик Гамалея үҙәгендә әҙерләнгән.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: