17:48 (UTC+5), 25 Декабря 2020

2021 йылда берҙәм һәм төп дәүләт имтихандары нисек уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте 2021 йылда 9-сы һәм 11-се кластарҙың берҙәм дәүләт имтиханын, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыу тәртибе тураһында иғлан итте.
  • Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынған уҡыусылар өсөн берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 31 майҙан 2 июлгә тиклем, берҙәм дәүләт имтиханының өҫтәмә осоро 12-17 июлдә үткәрелә. Был турала Мәғариф министрлығы башлығы Сергей Кравцов белдерҙе.
  • 2021 йылда ағымдағы эпидемик хәлгә бәйле 11-се кластар һәм берҙәм дәүләт имтиханының башҡа ҡатнашыусылары, шулай уҡ 9-сы кластар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ваҡытынан алда уҙғарыу осоро булмай.
  • Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған сығарылыш класы уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтиханы урынына рус теленән һәм математиканан дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырырға кәрәк.
  • Киләһе йылда база кимәлендәге математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы булмай.
  • 11-се кластар өсөн берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашырға мөмкинлек биргән йомғаҡлау иншаһы һәм изложение апрель уртаһында үткәрелә.
  • 9-сы кластарға төп дөйөм белем тураһында аттестат ике мотлаҡ фән – рус теле һәм математика буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре нигеҙендә бирелә. 2021 йылда 9-сы класты тамамлаусылар төп дәүләт имтиханында һайлау буйынса уҡыу предметтарынтапшырмай.
  • Рус теленән һәм математиканан дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы 2021 йылдың 24-28 майында була.
  • Имтихандар, быйылғы кеүек үк, коронавирусты иҫкәртеү саралары менән уҙғарыла.
  • Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
    © 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
    www.bashinform.ru
    Адрес
    450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
    Рекламная служба
    (347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
    Редакция
    (347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

    © 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


    Об использовании персональных данных

    Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

    18+ 

    Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

    «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

    Яндекс.Метрика