12:35 (UTC+5), 18 Декабря 2020

Радий Хәбиров өс яҡташыбыҙҙың теләген тормошҡа ашыра

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Ҡыш бабай булып, өс яҡташыбыҙҙың - ике үҫмерҙең һәм хаҡлы ялдағы ханымдың хыялын тормошҡа ашыра.
Туғыҙ йәшлек Михаил Манулин – электрон микроскоп, ә 15 йәшлек Роман Щекатуров өс тәгәрмәсле велосипед тураһында хыяллана. 65 йәшлек Татьяна Буланина күптән ҙур экранлы планшет бүләк итеүҙәрен теләй. Республика етәксеһе «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡуйылған «Теләктәр шыршыһы»нан өс шар һайлап алды.
«Ошо теләктәрҙе мотлаҡ үтәрмен, – тине Радий Хәбиров. – Был – ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса ғәмәлгә ашырылған бик һәйбәт проект. Ҡатмарлы булған 2020 йылда ул айырыуса мөһим. Сөнки беҙ хәл итергә тейешле пандемияға бәйле мәсьәләләр арҡаһында кешеләр ыҙа сигергә тейеш түгел. Республика хөкүмәтендә һәр беребеҙ ошонда килеп, шыршынан шар алып, унда яҙылған теләкте үтәй, тигән ҡарар ҡабул иттек. Ә былар – Яңы йыл алдынан мөғжизә көткән кескәй балаларҙың һәм һаулыҡ үҙенсәлектәре булған өлкәндәрҙең теләктәре. Бурысыбыҙ – ошо мөғжизәне ысынбарлыҡҡа әүерелдереү».
Белешмә
«Теләктәр шыршыһы » Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем балаларҙың, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулыҡ үҙенсәлектәре булған оло йәштәгеләрҙең яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға быйыл 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе.
Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына теләктәр яҙылған 500-ҙән ашыу ғариза килде. Улар 28 февралгә хәтлем үтәлергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика