10:15 (UTC+5), 17 Декабря 2020

Башҡортостандың ЮХХДИ водителдәрҙе штрафҡа тикшерә

Ксения Калинина
Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 17 декабрҙән «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, тикшереү 24 декабргә тиклем дауам итә.
«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителде туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. Бынан алда һалынған штрафты түләмәүе асыҡланһа, административ материал төҙөлә», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә ҡулға алырға мөмкиндәр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың башынан 9,5 меңдән ашыу ошондай водитель яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Түләнмәгән штраф тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға була, унда шулай уҡ штрафты тәүге ике аҙнала 50% ташлама менән менән түләү мөмкинлеге бар. Штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика