12:15 (UTC+5), 14 Декабрь 2020

Башҡортостанда быйыл пандемия арҡаһында балалар өсөн республика шыршыһы уҙғарылмай

IMPORT Сервисный
Башҡортостанда быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында балалар өсөн республика шыршыһы булмай. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо хаҡта белдерҙе.
Төп яңы йыл иртәлегенә башлыса уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, инвалид балалар – бөтәһе 800-ләгән бала саҡырыла торғайны.
Уның урынына байрамда ҡатнашырға тейеш булғандарҙың барыһына ла республика Башлығы исеменән яңы йыл бүләктәре таратыла.
28 һәм 29 декабрҙә республикала балалар өсөн тышта театрлаштырылған иртәлектәр һәм Ҡыш бабай, әкиәт геройҙары менән яңы йыл уйындары үткәрелә. Шулай уҡ яңы йыл каникулдары осоронда муниципалитеттарға Яңы йыл ғаилә уйындары-2021 уҙғарырға тәҡдим ителде.
Социаль приюттарҙа яңы йыл тамашалары сит кешеләрҙе саҡырмайынса ғаилә төркөмдәрендә генә ойошторола, ә балаларға яңы йыл ҡотлауҙарының яҙмаһы күрһәтелә.
Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға 16 меңдән ашыу бүләк һатып алынған. Ғаиләләр уларҙы халыҡҡа социаль ярҙам үҙәктәре һәм «Ғаилә» үҙәктәре аша алырға мөмкин.
Быйыл инвалид балалар саҡырылған Аксаков шыршыһы ла булмай. Улар өсөн шәхси ҡотлауҙар ойошторола.
Ҡарттар йортонда йәшәгәндәрҙе лә Яңы йыл менән күп кешене йәлеп итмәйенсә ҡотларға йыйыналар. Әйтәйек, «Минең ҡәҙерле ҡарттарым» ойошмаһы 18 интернат өсөн учреждениеның тәҙрә ҡаршыһында Ҡыш бабай менән ҡотлауҙар ойоштора.
«Республиканың социаль учреждениеларына 5,6 миллион һумға 9,5 мең яңы йыл бүләге тапшырылды», — тип өҫтәне Ленара Иванова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика