04:23 (UTC+5), 08 Декабря 2020

Табип коронавирус пандемияһы осоронда ниндәй дарыуҙар әҙерләп ҡуйырға кәрәклеген әйтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының дөйөм һәм клиник фармакология кафедраһы мөдире, профессор Сергей Зырянов «Аргументы и факты» баҫмаһына өйҙә ковидҡа ҡаршы ниндәй дарыуҙар әҙерләп ҡуйырға кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, тәү сиратта, өй аптечкаһында температураны төшөрә торған препараттар, иң яҡшыһы - парацетамол булырға тейеш.
«Танауға тамыҙмалы дарыу һатып алырға мөмкин. Бер ҡасан да антибиотиктар алып, табип күрһәтмәһенән тыш дауаланырға ярамай. Тағы бер модалы тема — D витамины. Йәнәһе лә уның етмәүе ауырыуҙың хәлен ҡатмарлаштыра. Ләкин был витаминды артыҡ файҙаланыу тамырҙарҙың зарарланыуына, бөйөр сиренә килтерә», — тип хәбәр итте табип.
Үҙ белдегең менән вирусҡа ҡаршы препараттар менән дауаланырға ярамай, сөнки «уларҙың кире тәьҫире күп», тип билдәләне ул. Был дарыуҙарҙы табип ҡына тәғәйенләргә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика