11:30 (UTC+5), 08 Декабрь 2020

Башҡорт балы «Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтары конкурсында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн тура эфирҙа «Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтарының беренсе милли конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Башҡорт балы «Бөтә илгә» номинацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде.
«Был конкурсты йыл да ойошторорға уйлайбыҙ. Унда ҡатнашыусылар абруй яулап ҡына ҡалмай, еңеүселәр өсөн урындағы брендтарҙы үҫтереүҙең комплекслы саралары ла тормошҡа ашырылыр, был иһә ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле һәм иң мөһиме – илебеҙҙең сифатлы аҙыҡ-түлеге менән тағы ла яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирер», — тип билдәләне Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан 26 милли ризыҡ тәҡдим ителде. Еңеүселәр 8 номинацияла билдәләнде, улар араһында 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем дауам иткән халыҡ тауыш биреүе ҙур популярлыҡ яуланы. Рәсәйҙәр үҙҙәренең яратҡан ризығы өсөн миллиондан ашыу тауыш бирҙе. Тауыш биреүҙең һуңғы көндәрендә башҡорт балы ышаныслы рәүештә тәүге унау иҫәбенә инде. Беҙҙең бренд бында еңә алманы, ләкин ул – илдең 79 төбәгенең 508 ғаризаһы араһында иң яҡшы унау иҫәбендә.
Әммә, алдан билдәләнгәнсә, һуңғараҡ балыбыҙ лайыҡлы баһаланды. Конкурстың «Бөтә илгә» номинацияһында еңеүселәрен Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова иғлан итте.
«Ҙур тулҡынланыу менән номинацияла өсөнсө урынға Башҡорт балы лайыҡ булыуын иғлан итәм», — тине ул.
Шуны билдәләп үтәйек: икенсе һәм беренсе урындарҙы Адыгей сыры һәм Вологда майы алды. Республика брендтарының «Беҙҙең ауылдан» номинацияһында ла еңеү мөмкинлеге бар ине. Башҡорт ҡорото һәм «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы иһә бында иң яҡшы унау иҫәбенә инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика