Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2020, 09:24

Республикала яңы эш аҙнаһының тәүге көндәрендә ҡар яуыуы көтөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда яңы эш аҙнаһының тәүге көндәрендә ҡар яуыуы көтөлә, ләкин һалҡын һауа торошо һаҡлана, тип белдерҙе синоптиктар.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 7 декабрҙә, алмашыныусан һауа торошо өҫтөнлөк итә. Ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуа, төндә һәм иртән томан төшөүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 2-7 метр. Һауа температураһы төндә -15,-20, урыны менән -22,-27, көндөҙ -9,-14, урыны менән -19 градус.
8 һәм 9 декабрҙә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -13,-19, урыны менән -27, көндөҙ -9,-14 градус.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: