05:04 (UTC+5), 07 Декабря 2020

Ковид традицияларҙы үҙгәртә: Башҡортостандың мәғариф министры төп яңы йыл шыршыларының яҙмышы тураһында хәбәр итте

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениеларҙа Яңы йылды байрам итеү мәсьәләһе хәл ителде: балалар өсөн иртәлектәр була, ләкин коронавирусҡа бәйле бер ни тиклем сикләүҙәр индерелә. Был хаҡта «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Интервью» тапшырыуында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
«Мәктәпкәсә учреждениеларҙа яңы йыл иртәлектәре төркөмдәрҙә генә була, әммә ата-әсәләр ҙә, олатай-өләсәйҙәр ҙә ҡатнаша алмай. Ситтән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу костюмын кейгән өлкәндәрҙе, шулай уҡ операторҙарҙы саҡырмаҫҡа, ә байрам иртәлектәрен белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көсө менән үткәрергә кәңәш итәбеҙ», — тине министр.
Ведомство башлығы быйыл Республика һәм Кремль яңы йыл шыршыларын ойоштороу тураһында ла һөйләне.
«Аңлашылыуынса, пандемия шарттарында Республика яңы йыл шыршыһын уҙғара алмайбыҙ, ә беҙҙә йыл һайын 800-гә яҡын бала ҡатнаша торғайны. Ләкин балаларға бүләктәрҙе мотлаҡ тапшырабыҙ, улар һатып алынған да инде. Һәр муниципалитет башлығы ошо бүләктәрҙе балаларға тапшыра, — тине Айбулат Хажин. — Кремль яңы йыл шыршыһы буйынса яуап алабыҙ, быйыл ул да булмаҫ, моғайын».
Мәктәптәрҙәге шыршыларға килгәндә, бында, министр һүҙҙәренсә, «ковид йоҡтороу хәүефен кәметеү» өсөн белем биреү ойошмаларына байрамды урамда уҙғарырға тәҡдим ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика