10:13 (UTC+5), 07 Декабря 2020

Өфө ихаталарын 140 яңы йыл шыршыһы биҙәй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө властары ихаталарҙа боҙ ҡаласыҡтары һанын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Быйыл ҡыш ҡаланы 140-ҡа яҡын яңы йыл шыршыһы, 80 тау, 55 боҙ ҡаласығы, 22 «пятачок» биҙәй, тип белдерҙе мэрияның матбуғат хеҙмәте. Ихаталарҙың күбеһендә хоккей майҙансыҡтары әҙер, бала-саға хоккей уйнай.
Бындай ҡарар яңы коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа халыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирер, тип иҫәпләйҙәр ҡалала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә өс төп ҡала шыршыһы һәм боҙ ҡаласығы була: Салауат Юлаев, Совет майҙандарында – ике пиксель шыршы, Ленин исемендәге майҙанда – Благовещен районынан килтерелгән урман һылыуҡайы. Шулай уҡ баш ҡаланың барлыҡ райондарында һәм үҙәктән алыҫта урынлашҡан биләмәләрҙә – 16 майҙансыҡта шыршылар ҡуйыла, боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә. Өҫтәүенә ҙур сауҙа үҙәктәре һәм магазиндар янында яңы йыл шыршылары урынлаштырыла.
2020-2021 йылдарҙағы ҡышҡы осорҙа Өфө ҡалаһында күңел асыу һәм спорт сараларын уҙғарыу майҙансыҡтарының тулы исемлеге бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика