13:04 (UTC+5), 01 Декабря 2020

Республикала ирекмәндәр өсөн награда булдырылды

социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһы ирекмәне» наградаһы – почет билдәһе булдырылды, ул йыл һайын ун ирекмәнгә тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай ҡарар ҡабул итте, указға 27 ноябрҙә ҡул ҡуйылды. Бөгөн республика етәксеһе социаль селтәрҙә былай тип яҙҙы: «Был кешеләр башлыса күләгәлә ҡала, ләкин бер ҙур эш тә уларҙың ярҙамынан тыш башҡарылмай. Тағы ла мөһимерәге – ошо ҡыйыу егет-ҡыҙҙар ауыр минутта тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә.
Быйыл беҙҙең ирекмәндәр коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә алғы сафта булды. Тотош республика буйынса 63 штабтан биш меңдән ашыу кеше ололарға аҙыҡ-түлек, дарыу ташыны, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә ярҙам итте, йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәне.
Бөрйән районында урман янғанда ярты меңләгән ирекмәнебеҙ утты һүндереүҙә әүҙемлек күрһәтте, феләкләп һыу ташыны».
Радий Хәбиров, әгәр эпидемиологик хәл мөмкинлек бирһә, тәүге бүләкләүҙең алдағы айҙарҙа үтәсәген хәбәр итте.
Бынан тыш, республикала һаулыҡ өсөн хәүефле өлкәләрҙә ярҙам иткән ирекмәндәрҙе һауыҡтырыу программаһы әҙерләнгән. «Изге эштәр төбәге» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан ирекмәндәрҙең иң яҡшы тәжрибәһен үҫтереүгә гран отто (6,5 миллион һум).
Хәҙер Башҡортостанда 400 ирекмән отряды бар. Ирекмәндәр сафына уларҙың рәсми сайтында ҡушылырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика