09:31 (UTC+5), 25 Ноября 2020

Өфөлә аҙ тәьмин ителгәндәргә һәм ауыр хәлдә ҡалғандарға бушлай төшкө аш тарата башланылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә бушлай төшкө аш таратыу буйынса «Депутаттар хәстәрлеге» акцияһы бара. Ярҙам ауыр тормош хәлендә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән граждандарға иҫәпләнгән. Ҡайнар төшкө аш өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары үҙ аҡсаһын түләгән. Әлеге акция – төшкө ашта экономиялау мөмкинлеге түгел, ә пандемияға бәйле ысынлап та ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн адреслы ярҙам.
Мәҫәлән, бер ханым үҙҙәре ашарға әҙерләй алмаған оло йәштәге ата-әсәһенә төшкө аш илтеп биреүҙе һораған. Аҙыҡты һәр ваҡыт ул үҙе килтергән, хәҙер иһә ауырып киткән, инфекцияны ауыр кисерә, шуға күрә ваҡытлыса ата-әсәһенә ярҙам итә алмай.
Бер ғаилә ошондай ярҙамды өс тапҡыр алырға мөмкин.
«Әлбиттә, хәҙер мохтаждарҙың күп икәнен аңлайбыҙ. Шуға был башланғыста яңғыҙ ҡалмаҫбыҙ тип ышанабыҙ. Муниципалитет депутаттарына акцияға ҡушылырға тәҡдим итәм. Был аныҡ изге эш. Халыҡ һеҙгә уның өсөн рәхмәт әйтер», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Акция башланып биш көн үтеүгә Өфөлә йәшәүселәргә 100-гә яҡын ҡайнар аш таратылған. Ярҙам алыу өсөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы колл-үҙәккә шылтыратырға кәрәк: 8-800-201-89-03.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика