Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2020, 10:29

COVID-19-ҙың тәүге дүрт билдәһе аталды

Ксения Калинина
Ксения Калинина
Дүрт һиҙелер-һиҙелмәҫ билдә кешенең яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы хаҡында һөйләргә мөмкин. Улар – ашҡаҙан менән бәйле проблемалар, конъюнктивит, хәтерҙең, аҡыл һәләтенең насарайыуы һәм арыусанлыҡ. Был турала Британияның Daily Express баҫмаһына һылтанма менән ТАСС хәбәр итте.
Ғалимдар үҙҙәренең һығымталарында 36 ғилми тикшеренеүгә таяна. Ковидтың беренсе билдәһенә килгәндә, уға күңел болғаныу, ҡоҫоу, эс китеү һәм аппетит юғалыу хас. Был билдәләр пациент тап коронавирус менән сирләй тигәнде аңлатмай, ләкин уларға иғтибар итергә һәм табип саҡыртырға кәрәк, тип билдәләй эксперттар.
Американың офтальмология клиникаһы һуңынан коронавирус раҫланған кешеләрҙең 1-3% икенсе билдәнең — конъюнктивиттың барлыҡҡа килеүен әйтә.
Лондондың Империя колледжы ғалимдары билдәләүенсә, хәтерҙең һәм аҡыл һәләтенең насарайыуы ла ковидтың тәүге билдәләре булыуы ихтимал.
Ирландияның Тринити-колледжында тикшеренеүселәр коронавирусҡа ыңғай тест алған пациенттарҙың яртыһына арығанлыҡ хас, тигән һығымтаға килгән. Ул һауыҡҡандан һуң тағы ун аҙна һаҡланыуы мөмкин.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: