08:01 (UTC+5), 19 Ноябрь 2020

Өфөлә йөҙҙән ашыу яңы йыл шыршыһы ҡуйыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө Яңы 2021 йылды байрам итеүгә әүҙем әҙерләнә. Мэрия мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала өс баш ҡала, 16 район шыршыһы һәм күп фатирлы йорттарҙың ихаталарында, сауҙа предприятиелары биләмәләрендә 90-ға яҡын шыршы ҡуйыу күҙаллана.
Өфөнөң төп шыршылары Ленин исемендәге майҙанды, Салауат Юлаев майҙанын һәм Совет майҙанын биҙәй.
«Район» шыршылары һәм боҙ ҡаласыҡтарына килгәндә, яңы йыл ҡупшыҡайҙарының күпселеге Калинин районында ҡуйыла («Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда; Инорс биҫтәһендә; Шакша биҫтәһендә; Кенәз, Базилевка ауылдарында биш төп һәм күп фатирлы йорттар, сауҙа предприятиелары биләмәләрендә 26 шыршы).
«Шыршы бумы» буйынса икенсе урында – Киров районы (Мөбәрәков урамында бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 21 шыршы).
Өсөнсө урын Октябрь районында («Ҡашҡаҙан» паркында, Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Нуғай ауылында өс төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 12 шыршы).
Артабан Дим («Дим» мәҙәниәт һәм ял паркы янында бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 11), Орджоникидзе (С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Тимашево, Яңы Черкассы ҡасабаларында өс төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 8), Совет (Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙанда бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 10) һәм Ленин («Тулҡын» паркы алдындағы майҙанда, «Йәдкәр» мәҙәниәт һарайы янында ике төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә ике) райондары килә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика