14:41 (UTC+5), 17 Ноябрь 2020

Республикала ҡаҙ өмәләре башланды

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан райондарында ҡаҙ өмәләре башланды. Ауыл халҡы ҡош-ҡорт һуя, мендәр-түшәктәр өсөн мамыҡ әҙерләй.
«Әгәр элекке йылдарҙа ҡаҙ өмәһен декабрҙә көслө һалҡындар башланғас билдәләһәләр, быйыл иһә ҡош киҙеүе янауы сәбәпле иртәрәк башланылар. Был ауылдарыбыҙға хәүефле вирустың үтеп инеүенә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирер», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Республиканың ветеринария хеҙмәтендә «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй: 8 800 775 58 28, ҡош-ҡорт ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта ошо номерға шылтыратып, консультация алырға мөмкин.
«Уҙған ял көндәрендә Дүртөйлө районы Урманаҫты ауылы халҡы күмәкләп ҡаҙ өмәһе ойошторҙо. Бында боронғо йолалар һаман йәшәп килә: ҡаҙ ите, мендәр өсөн мамыҡ әҙерләү бик күңелле: йыр-моң, бейеү һәм һый-ниғмәттәр менән уҙғарыла», — тип өҫтәне Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.
https://www.bashinform.ru/news/1522350-v-bashkirii-nachalis-traditsionnye-kaz-omekhe/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика