Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2020, 11:31

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры коронавирустан 68-се үлем осрағы тураһында хәбәр итте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан 68-се үлем осрағы теркәлде. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтте.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, пандемия башланғандан һуң 12 444 кешелә COVID-19 раҫланған, һуңғы тәүлектә – 116 кешелә. Дауахананан тыш пневмония менән ауырыу буйынса мәғлүмәттәр һуңғараҡ иғлан ителә.
Коронавирус раҫланған 318 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 32-һе – ауыр хәлдә, алтауһы – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Ошо ваҡыт эсендә 11 110 кеше һауыҡҡан.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас