16:33 (UTC+5), 13 Ноябрь 2020

Гидрометүҙәктә Рәсәйҙә ҡыштың ниндәй буласағын әйттеләр

автор
автор
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Быйыл 2019 йылдағы аномаль йылы ҡыштың ҡабатланыуы көтөлмәй, тип белдерҙе Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итте.
Вильфанд һөйләүенсә, быйыл ҡыш Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һәм тотош илдә былтырғыға ҡарағанда һалҡыныраҡ һауа торошо фаразлана.
«Әгәр йылытыу миҙгеленә комплекслы фараз буйынса фекер йөрөткәндә, ил биләмәһендә температураның нормаға ярашлы булыуы күҙаллана... Йәғни ҡыштың былтырғынан һалҡыныраҡ, ләкин, дөйөм алғанда, һыуыҡ булмауы көтөлә», — тине Рәсәйҙең баш синоптигы.
Шул уҡ ваҡытта уның һүҙҙәренсә, илдең Европа өлөшөнөң төньяҡ яртыһында, Урал федераль округында, Себерҙең көнбайыш һәм урта өлөшөндә ҡыш көнө һауа температураһы норманан юғарыраҡ булыр, моғайын. Ләкин ҡышҡа аныҡ фараздар бирергә әлегә иртәрәк.
Роман Вильфанд билдәләүенсә, ноябрь аҙағында Рәсәйҙең Европа биләмәһендә ҡар көтөргә мөмкин. Ләкин илдең Азия биләмәһендә, Уралда, Себерҙә әле үк ҡар күп.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика