Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.46
-0.24
89.85
-0.49
62.42
+0.02
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2020, 19:28

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла

14 һәм 15 ноябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.
14 ноябрҙә сара түбәндәге майҙансыҡтарҙа була:
— Киров районында, Эшсе хәбәрселәр урамындағы майҙансыҡта, 3,5,7-се йорттар;
— Ленин районында, Әхмәтов урамындағы майҙансыҡта, «Тулҡын» паркы эргәһендәге 293-сө йорт;
— Орджоникидзе районында, Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Беренсе Май урамы, 14-се йорт.
15 ноябрҙә аҙыҡ-түлекте Киров районында Эшсе хәбәрселәр урамындағы майҙансыҡта һатып алырға мөмкин.
Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ауыл хужалығы йәрминкәләрендә ҡатнашырға саҡыралар.
Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: