10:29 (UTC+5), 11 Ноября 2020

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында колледж студенттарын көндөҙ уҡытыуҙың сәбәбен әйттеләр

Виктория Заяц
Республиканың Мәғариф министрлығында ни өсөн урта махсус уҡыу йорттары студенттарын өйҙән уҡыуға күсермәүҙәре хаҡында һөйләнеләр. Башҡортостанда вуздарҙың беренсе-сығарылыш алды курстарында белем алған студенттарҙы дистанциялы уҡыуға күсергәндән һуң колледждарҙа онлайн уҡытыу тураһында һорауҙар тыуа башланы. Урта махсус уҡыу йорттары 5 октябрҙән офлайн уҡый.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урта махсус уҡыу йорттарын дистанциялы уҡытыуға күсерергә кәрәкмәй. Ведомствоның һөнәри белем биреү бүлеге етәксеһе Галина Давыдова әйтеүенсә, ойошмаларҙа дистанциялы уҡытыу технологиялары файҙаланыла һәм санитар ҡағиҙәләр үтәлә.94 мең студенттың 0,1% сирләй.
«Колледждарҙа ковидҡа ҡаршы инспектор вазифаһы индерелде. Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында айырым төркөмдәр өйҙән уҡыуға күсерелә. Бынан тыш, колледждарҙа 65 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандар ситтән тороп эшләү режимына күсерелгән. Республика колледждарында санитар-эпидемиологик хәл тотороҡло. Барыһын да дистанциялы уҡытыуға күсереү өсөн нигеҙ юҡ», – тип һөйләне ул.
Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа, шул иҫәптән хроник сирҙәр арҡаһында, уҡыусыларҙың ата-әсәләре йәки уларҙың законлы вәкилдәренең ғаризаһы буйынса онлайн режимында уҡыуҙы дауам итергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика