04:26 (UTC+5), 05 Ноября 2020

Көҙгө каникул тамамланыр алдынан Өфө мәктәптәрендә дезинфекция үткәрелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә мәктәптәр көҙгө каникулдан һуң уҡыу процесын башларға йыйына. Ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, әле кабинеттар, тамаша һәм спорт залдары, коридорҙар, кейенеү-сисенеү бүлмәләре, ашханалар эшкәртелә. Дезинфекцияны өс кешенән торған бригада үткәрә.
Республика дезинфекция үҙәгенең профилактика дезинфекцияһы бүлеге мөдире Рәсимә Миңлебаева һүҙҙәренсә, зарарһыҙландырыусы эштәр башҡарғанда дүртенсе хәүефһеҙлек класына ҡараған иретмә файҙаланыла.
Ул шулай уҡ ҡалала бөтә мәғариф учреждениеларының эшкәртелеүен хәбәр итте: Совет һәм Октябрь райондарында – 40 мәктәп, Орджоникидзе һәм Калинин райондарында – 48, Дим һәм Киров райондарында – 27. Рәсимә Миңлебаева һүҙҙәренсә, кисә Ленин районында һуңғы мәктәп – 2-се лицей эшкәртелде.
Бынан алда «Башинформ» әгәр республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл яҡшырмаһа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың көҙгө каникулды 4 ноябрҙән һуң оҙайтыу вариантын ҡарауын хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика