06:00 (UTC+5), 03 Ноября 2020

Республикала юғары әҙерлек тураһында указға үҙгәрештәр индерелде

Розалиә Вәлиева
Башҡортостанда республика Башлығының яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указына үҙгәрештәр индерелде. Документта мотлаҡ коронавирусҡа анализ бирергә тейешлеләрҙең категориялары билдәләнгән.
Улар – йоғошло сир билдәләре менән Рәсәйгә килгәндәр, ауырыу йоҡторған кешеләр менән аралашҡандар, дауахананан тыш пневмония, грипп һәм ОРВИ диагнозы ҡуйылған сирлеләр.
Шулай уҡ балалар йорттарында, төрмәләрҙә, ҡарттар йорттарында һалҡын тейҙереү билдәләре барлыҡҡа килгәндә, 65 йәштән өлкәндәр респиратор билдәләре менән мөрәжәғәт иткәндә яңы коронавирус инфекцияһына тест уҙғарыла.
G иммуноглобулины барлыҡҡа килгәнсе аҙна һайын табиптарҙы һәм шәфҡәт туташтарын тикшереү ойошторола.
Социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре вахта ысулы менән эшләгәндә смена башланыр алдынан анализ бирергә тейеш.
Шулай уҡ ойошторолған коллективтарҙа өс һәм унан күберәк осраҡ теркәлһә, балаларҙы коронавирусҡа тикшерәләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика