12:11 (UTC+5), 02 Ноябрь 2020

Республикала коронавирус арҡаһында бөтә вуздар йәнә өйҙән уҡыуға күсерелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарының беренсе һәм сығарылыш алды курстары студенттары өйҙән уҡыуға күсә. Белем биреү учреждениеларында COVID-19 йоҡторғандарҙың артыуына бәйле ҡабул ителгән ҡарар тураһында бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Бынан алда ноябрь башында юғары уҡыу йорто студенттары ғәҙәттәгесә уҡый башларға тейеш ине.
Министр һүҙҙәренсә, көн һайын юғары уҡыу йорттарында студенттар һәм уҡытыусылар араһында 30-50 сирле теркәлә. Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, коронавирустан тыш, башҡа сирҙәр ҙә осрай.
Сығарылыш курстары студенттарын уҡытыу форматын уҡыу йорттары етәкселеге һайлай, тип өҫтәне Айбулат Хажин.
Урта махсус уҡыу йорттарында ауырыу йоҡторғандар күп түгел, шуға күрә колледж-техникум студенттары ғәҙәттәгесә уҡыуын дауам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы уҡыу йылы башланғас, вуздарҙың бакалавриат һәм магистратураның беренсе курс студенттары, шулай уҡ колледждарҙың беренсе һәм сығарылыш курстары ғына уҡырға йөрөй башланы. Ҡалғандары өйҙән уҡыны.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәте буйынса, быйылғы уҡыу йылында урта махсус уҡыу йорттарында — 94 меңгә яҡын, вуздарҙа 98 мең самаһы студент белем ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика