Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 18:17

Өфөлә баш ҡала урамына йәки скверына Өлфәт Мостафиндың исемен бирергә тәҡдим ителә

Өфө ҡалаһы хакимиәте
Өфө ҡалаһы хакимиәте
Өфөлә урамдарҙың йәки скверҙарҙың береһенә баҡыйлыҡҡа күскән баш ҡала мэры Өлфәт Мостафиндың исемен бирергә тәҡдим ителә. Өфөнән Илдус Ильясов Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ошондай тәҡдим яҙып ҡалдырған.
Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы ла Өфө урамына Өлфәт Мостафиндың исемен биреү башланғысы менән сығыш яһаған. Ҡала Советы рәйесенә ҡаланың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Айрат Шаммазовтың ҡултамғаһы менән мөрәжәғәт ебәрелгән.
Быға яуап итеп баш ҡала хакимиәтенән эксперт комиссияһының киләһе ултырышында ҡала урамына йәки скверына Өлфәт Мостафиндың исемен биреү мәсьәләһе ҡараласағын хәбәр иттеләр.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: