Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 22:10
Өфө урамында Бүре һәм Бесәй һындары барлыҡҡа килде
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Өфөлә «Тулҡын» паркына ингән ерҙе популяр йәнһүрәт геройҙарының һындары биҙәй. Бөтәһенә лә таныш булған «Ну, погоди!» һәм «Трое из Простоквашино» йәнһүрәттәренән Бүре һәм Матроскин ҡала халҡының яратҡан урынына урынлаштырылды.
«Скульптура композицияһының һыу тематикаһы парктың исеменә тап килеп тора, — тип хәбәр иттеләр хакимиәттең матбуғат хеҙмәтенән. — «Башҡортостан кирбесе» йәмғиәте ҡуйған арт-объект ҡала халҡына бүләк булды».
Скульптура балаларға ла, өлкәндәргә лә бик оҡшай, өфөләр улар янында фотоға төшөп, социаль селтәргә һала.
https://www.bashinform.ru/news/1514152-na-ufimskoy-ulitse-poselilis-volk-i-kot-matroskin/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
ҡаланы төҙөкләндереү
Читайте нас: