14:45 (UTC+5), 26 Октября 2020

Радий Хәбиров: «Предприятиеларҙы ябырға уйыбыҙ юҡ»

БДМУ
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, «предприятиеларҙы ябырға уйыбыҙ юҡ», тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар институты инфекция менән көрәшә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала барлыҡ предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эш урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе тәьмин итеү өсөн ковидҡа ҡаршы инспектор вазифаһы индерелде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов белдереүенсә, бөгөнгә 4771 инспектор билдәләнгән. Уларҙың 122-һе – муниципаль берәмектәр хакимиәтендә, 72-һе – власть органдарында һәм 4573-ө – ведомстволарға ҡараған учреждениеларҙа. Үткән аҙнала ҙур предприятиеларҙың күпселегендә ковидҡа ҡаршы инспекторҙар тәғәйенләнгән. 22 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, сәнәғәт предприятиеларында 292 инспектор эшләй. Бынан тыш, ҙур сауҙа селтәрҙәрендә, сауҙа үҙәктәрендә ковидҡа ҡаршы инспекторҙар бар.
Ринат Бәширов әйтеүенсә, был режимды аныҡ үтәү яҙ көнө республика предприятиеларын карантинға ябыуға альтернатива булып тора.
Радий Хәбиров тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең Контроль идаралығы тикшереүен билдәләне. Әлеге ваҡытта тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 21 объектта режим үтәлмәй.
«Мәҫәлән, Учалы районы хакимиәтендә үткәреү режимы ойошторолмаған, температураны үлсәмәйҙәр. Был осраҡта нимә хаҡында һөйләй алабыҙ һуң? Бик күп предприятиелар беҙҙе ишетә һәм ошо режимды үтәй. Хәҙер был – иң мөһиме. Хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, предприятиеларҙы ябырға уйыбыҙ юҡ. Әммә был тынысланырға мөмкин тигәнде аңлатмай», — тине республика етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика