Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.47
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2020, 17:02

Өфөнөң бер нисә учреждениеһына яңы баш табиптар тәғәйенләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөнөң бер нисә учреждениеһына яңы баш табиптар тәғәйенләнде. Кадрҙар үҙгәреше тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 21 октябрҙә медицина ойошмалары етәкселәре менән кәңәшмәлә хәбәр итте.
Өфөнөң 2-се стоматология поликлиникаһының баш табибы вазифаһына Альфред Аҙнағолов тәғәйенләнде. Уның 2010 йылдан Республика стоматология поликлиникаһының баш табибы урынбаҫары булып эшләүе билдәле.
Хәҙер 10-сы Ҡала клиник дауаханаһының баш табибы — Нәзир Минһажев. Бынан алда ул Республика клиник перинаталь үҙәген етәкләне.
Ә Республика клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы вазифаһына Светлана Кәримова тәғәйенләнде. Быға тиклем ул «Әсә һәм бала» клиникаһының баш табибы урынбаҫары булып эшләне.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: