Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2020, 12:09
Өфө зоопаркын ҡала эсендә төҙөйҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика властары Өфөнән ситтә зоопарк төҙөү планынан баш тартты. Сәбәбе – баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уңайһыҙ булыуы. Объект ҡала эсендә төҙөлә, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
«Фекер алышыу барышында зоопаркты ҡала эсендә төҙөү яҡшыраҡ булыр, тигән һығымтаға килдек. Ҡалала йәшәүселәргә лә, Өфөгә ҡунаҡҡа килгәндәргә лә барып етеү еңелерәк булыр. Иң мөһиме, бындай проектты ике-өс йылда тормошҡа ашырырға мөмкин», — тине Назаров.
Тәүҙә зоопаркты Өфө агломерацияһында урынлаштырыу планлаштырылғайны, инфраструктура ҡатмарлыҡтары арҡаһында уны төҙөү өсөн 10-15 йыл кәрәк булыр ине. Уның фекеренсә, ҡала эсендәге зоопаркты ике-өс йылда бойомға ашырырға була. Урынды киләһе аҙнала уҡ һайлайҙар, тип хәбәр итте Андрей Назаров.
https://www.bashinform.ru/news/1510333-ufimskiy-zoopark-postroyat-v-cherte-goroda/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
зоопарк
Читайте нас: