Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 17:10
Республикала пневмония менән сирләүселәр бер тәүлектә йәнә 200 кешегә артҡан
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республикала пневмония менән сирләүселәр бер тәүлектә йәнә 200-ҙән ашыуыраҡҡа артҡан.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 15 октябрҙән 16-һына тиклем 208 кешегә «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған.
Үпкә шешеүҙән яфаланған 145 пациент һауығып сыҡҡан.
Ведомствоның көндәлек мәғлүмәттәрендә пневмониянан донъя ҡуйыу осраҡтары күрһәтелмәй. Бынан алда «Башинформ» хәбәр итеүенсә, быйыл дауахананан тыш пневмониянан вафат булғандар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда икеләтә тиерлек күберәк. Республикала 2020 йылдың ғинуарынан октябренә тиклем 1505 кеше ошо сирҙән үлгән (2019 йылдың ошо осоронда — 860).
https://www.bashinform.ru/news/1508454-v-bashkirii-kolichestvo-bolnykh-s-pnevmoniey-vnov-uvelichilos-za-sutki-na-200-chelovek/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
дауахананан тыш пневмония
Читайте нас: