Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 12:13
Республикала ковид менән ауырыусыларҙың күпселеге – Тәтешле районында
Башҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтарының күпселеге сик буйындағы райондарҙа асыҡлана. Тәтешле районында сирлеләр республика кимәле менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк. Республика хөкүмәтендә уҙған «Сәләмәтлек сәғәте»ндә Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов һүҙҙәренсә, ауырыусыларҙың артыуына сик аша миграция һәм өйҙәренә ҡайтҡан вахтасыларҙың күпләп сирләүе сәбәпсе. Хәҙер район инфекцияны тиҙерәк асыҡлау өсөн экспресс-анализдарға мохтаж. Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына муниципалитеттарҙы экспресс-тестар менән тәьмин итергә ҡушты.
https://www.bashinform.ru/news/1508125-samyy-vysokiy-pokazatel-zabolevaemosti-kovidom-v-bashkirii-v-tatyshlinskom-rayone/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
тестар
анализдар
сирләү
Читайте нас: