Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.85
+1.35
90.83
+3.26
70.92
+0.14
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2020, 14:07

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 69 осрағы асыҡланған

15 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 69 осрағы теркәлгән. Шулай уҡ тәүлек эсендә тағы бер кеше вафат булған, хәҙер мәрхүмдәр һаны 47-гә еткән.
Пандемия башланғандан алып коронавирус йоҡторған 9 536 кеше иҫәпләнә. Ә 8 537 пациент (һуңғы тәүлектә +82 кеше) һауыҡҡан.
911 сирленең 109-ы – дауаханала, 802-һе ауырыуҙы еңел формала үткәрә.
Агентлыҡ вафат булған кеше тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итте.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: