12:17 (UTC+5), 14 Октября 2020

Өфөлә 65 йәштән өлкәндәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә предприятие етәкселәренә, ниндәй милек формаһында булыуға ҡарамаҫтан, 65 йәштән өлкәндәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде, тип белдерҙе баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радмил Мөслимов мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә. «Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша, беҙҙең өсөн һаҡлыҡ сараларын көсәйтеү мөһим», — тип билдәләне ул.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдереүенсә, Өфөлә 3 931 кеше сирләй. Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар уҙған аҙна менән сағыштырғанда 32% кәмегән. Ләкин ОРВИ менән сирләү осраҡтары күп, үткән аҙна менән сағыштырғанда үҫеш — 10,7%.
Сирлеләрҙең дөйөм һанынан яртыһы тиерлек (48%) – предприятие хеҙмәткәрҙәре. Шуға бәйле барлыҡ производстволарҙа шәхси һәм дөйөм гигиенаны көсәйтергә, битлек кейергә, социаль дистанцияны һәм дезинфекция режимын һаҡларға кәрәк, тип билдәләне Роспотребнадзор вәкиле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика