04:34 (UTC+5), 09 Октябрь 2020

Башҡортостанда мәктәптәрҙә көҙгө каникулды бер аҙнаға оҙайтырға хәл ителде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда мәктәптәрҙә көҙгө каникул бер аҙнаға оҙайтыла. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге үҙ сығанағына һылтанма менән UFA.AIF.RU хәбәр итте.
Көҙгө каникул 26 октябрҙә башланырға һәм 10 көн, 4 ноябргә тиклем дауам итергә тейеш ине.
Хәҙер ул бер аҙнаға алданыраҡ — 19 октябрҙә башлана. Шулай итеп, уҡыусылар 17 көн ял итә.
Был ҡарар коронавирус менән сирләү буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған уҡытыусыларҙың именлеген тәьмин итеү кәрәклеге менән аңлатыла.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, республиканың 112 мәктәбе уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың COVID-19 менән ауырыуына бәйле өлөшләтә дистанциялы уҡытыуға күсте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика