12:19 (UTC+5), 07 Октябрь 2020

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус һәм пневмония менән сирләү буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе хәбәр итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда COVID-19 һәм пневмония йоҡтороусылар арта. 7 октябргә республикала 9098 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Һуңғы тәүлектә – 47 осраҡ. Дауаханаға – 108 пациент, 11 (бөтәһе 8234) кеше һауыҡҡан.
Республика дауаханаларында ятҡан алты кешенең хәле ауыр, бер сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж, ә 714 кеше өйҙә дауалана. Коронавирустан үлем осраҡтары элекке кимәлдә – 42.
Икенсе аҙна рәттән Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә 186 осраҡ (бер көн элек 178) теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта 92 кеше сирҙе еңгән. Пневмония менән дауаханаға оҙатылғандар һәм уларҙың хәле тураһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итмәй.
Бынан алда Өфөлә 5-се, БДМУ ҡарамағындағы клиниканы (6-сы) һәм 8-се стационарҙы йәнә ковид-госпиталь итеп үҙгәртеүҙәре билдәле булды. Ковид һәм пневмония менән ауырыусыларҙы 4-се йоғошло сирҙәр дауаханаһында, Дим районының Ҡала клиник дауаханаһында, шулай уҡ Өфө районының Зубов ауылындағы яңы инфекция үҙәгендә дауалайҙар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика