07:48 (UTC+5), 07 Октября 2020

Өфөлә республиканың иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары бүләкләнде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
Өфөлә башҡорт һәм рус телдәрен уҡытҡан иң яҡшы 50 уҡытыусы республика хөкүмәтенең аҡсалата премияһы менән бүләкләнде. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында уҙҙы.
2020 йылда республика комиссияһы 125 уҡытыусының конкурс материалдарын ҡараны, шуларҙың 77-һе — башҡорт теле, 48-ҙе — рус теле уҡытыусылары. Иң яҡшы 50 уҡытыусыға 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды.
«Был аҙна ваҡиғаларға бай булды. 5 октябрҙә беҙ Уҡытыусылар көнөн билдәләнек, 11 октябрҙә – Республика көнө. Байрам алдынан республикабыҙҙың дәүләт телдәренән белем биргән иң яҡшы уҡытыусыларын ҡотлайбыҙ. Башҡортостан хөкүмәте һәм республика комиссияһы исеменән иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары конкурсында еңеүегеҙ менән ҡотлап, баһалап бөтөргөһөҙ хеҙмәтегеҙгә рәхмәт белдерәм һәм яңы ижади үрҙәр теләйем», — тине Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров.
Уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сәләмләне.
«Иң яҡшы уҡытыусылар, үҙ эше оҫталарының конкурсы тамамланды. Һеҙ мәғариф системаһында миссияғыҙҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ. Балаларҙы һөйләргә, уйларға, үҙ фекерен матур итеп әйтергә өйрәтәһегеҙ», — тип билдәләне министр.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында» ҡарары «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары тураһында», «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыу, башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын матди дәртләндереү маҡсатында ҡабул ителде.
Ошо йылдарҙа һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлеге һәм Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн республиканың дәүләт телдәрен уҡытҡан иң яҡшы 650 уҡытыусы аҡсалата премия менән бүләкләнде.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика