04:57 (UTC+5), 05 Октября 2020

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы.
«Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым! Был бөтә халыҡтың яратҡан байрамы, сөнки һәр беребеҙҙең тормошо белем менән бәйле. Ата-әсәләрҙең изге теләктәре, мәктәп һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусыларынан алған белем, остаздарҙың тырышлығы менән йәштәребеҙ ҙур тормошҡа юл һала. Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» тигән һүҙҙәре һеҙҙең баһалап бөтөргөһөҙ хеҙмәтегеҙҙең асылын тулыһынса асып бирә. Хәҙерге заман уҡытыусыһы эрудициялы, цифрлы компетенцияларға эйә булырға, уҡыусыларҙы яратырға, балаларҙы үҙ аллы фекер йөрөтөргә өйрәтергә һәм үҙ өҫтөндә даими эшләргә тейеш. Балаларға уның менән бер тулҡында булыу, дуҫлашырға, ижад итергә, яңы офоҡтарға барырға өйрәнеү мөһим. Ошоларҙың бергә тура килеүе — уңышлы белем биреүҙең нигеҙе. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе шарттарында уҡытыусылар үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Зинһар өсөн, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм табиптарҙың кәңәшен тотоғоҙ.
Илһамлы хеҙмәтегеҙ артабан да тыуған республикабыҙҙың сәскә атыуы өсөн хеҙмәт итһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм изгелек теләйем», тиелә ҡотлауҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика