08:03 (UTC+5), 30 Сентябрь 2020

Республикала 139 уҡыусы Covid-19 менән сирләй, ләкин мәктәптәр дистанциялы уҡытыуға күсмәй

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Башҡортостанда әлеге ваҡытта 139 уҡыусыға коронавирус диагнозы ҡуйылған. Был һандарҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында демографияға арналған парламент тыңлауҙарында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин иғлан итте. 15 сентябргә мәғлүмәттәр буйынса, 67 уҡытыусыла һәм уҡыусыла ошо инфекция табылған. Уҡыу йылы башында яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороу арҡаһында 323 уҡыусы дистанциялы уҡытыуға күсерелгән. Министр һүҙҙәренсә, республикала 490 мең баланың уҡыуын иҫәпкә алғанда, был һан ҡурҡыныс түгел.
«Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса хәл ҡатмарлыраҡ, 4 меңдән ашыу бала ошо диагноз менән карантинда ултыра. Уҙған аҙнала улар биш меңдән күберәк ине, хәҙер хәл яҡшырҙы. Балалар һауыға, прививка яһау кампанияһы әүҙем бара. Был балаларҙың күпләп сирләүенә юл ҡуймай. Хәл контролдә тотола, алдағы ике айҙа дистанциялы уҡытыу режимына күсергә бөтөнләй уйламайбыҙ», — тине Айбулат Хажин.
Мәғариф һәм фән министры әйтеүенсә, уҡытыу триместрҙар буйынса алып барылған республика мәктәптәрендә каникул 5 октябрҙә башлана, ә күпселек уҡыусылар 26 октябрҙә көҙгө каникулға сыға.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика