11:54 (UTC+5), 30 Сентября 2020

Грипҡа ҡаршы вакцинаның сираттағы партияһы өлкән йәштәгеләргә тәғәйенләнгән

IMPORT Сервисный
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы грипҡа ҡаршы вакцинаның икенсе партияһын алды — 551 970 доза. Уның күпселек өлөшө — 527,64 мең доза өлкән йәштәгеләргә (60 йәште уҙған) прививка яһау өсөн тәғәйенләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, йыл башына республикала 849 мең оло кеше йәшәгән.
Ете мең доза — йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, 11 360 доза 15-17 йәшлек урта махсус уҡыу йорттары студенттарына йүнәлтелә.
Прививка сирләү кимәлен 1,5 тапҡырға кәметә, ауырыуҙы еңелерәк үткәрергә мөмкинлек бирә, ауыр эҙемтәләрен иҫкәртә, пневмония менән дауаханаға һалыу осраҡтарын икеләтә кәметә.
Грипҡа ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы халыҡтың 11% яһалды. Йәмғеһе халыҡтың яртыһына — 2 миллиондан ашыу кешегә прививка эшләү планлаштырыла. Өлкән йәштәгеләрҙән һәм йөклөләрҙән тыш, 6 айлыҡ балаларҙан башлап уҡыусылар, студенттар, табиптар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре вакцина яһатырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика