12:01 (UTC+5), 24 Сентября 2020

Башҡортостан студенты — WorldSkills Russia чемпионаты еңеүсеһе

facebook.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан студенты «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia — 2020) милли чемпионатында еңеү яуланы. Земфира Абдуллина Бөрө медик-фармацевтика колледжынан сығыш яһаны. Чемпионат йомғаҡтары буйынса ул беренсе урынды алды һәм алтын миҙал менән бүләкләнде. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
«Еңеүсене ихлас ҡотлайым һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем. Ә Бөрө медик-фармацевтика колледжы коллективына һәм уның директоры Белобородова Нилә Сабир ҡыҙына кадрҙарҙы яҡшы әҙерләүҙәре өсөн рәхмәт әйткем килә», — тине министр.
VIII «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финал ярыштары 6-21 сентябрҙә Кемерово өлкәһендә уҙҙы. Был финал уның тарихында иң күләмлеһе булды һәм 3100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны, шул иҫәптән сит ил спикерҙарын һәм Рәсәйҙең 85 төбәгенән вәкилдәрҙе берләштерҙе.
Республикабыҙҙан конкурста 64 кеше ҡатнашты.
Башҡортостандың йыйылма командаһы 22 компетенция буйынса ярыштарҙа ҡатнашты, улар араһында – мода технологияһы, мебель етештереү, ташты архитектур эшкәртеү, веб-дизайн һәм башҡалар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда WorldSkills Russia финалы Өфөлә була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика