07:15 (UTC+5), 22 Сентября 2020

Өфө Республика көнөн ике салют менән билдәләй

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
11 октябрҙә Өфө бер юлы дүрт байрамды: Республика көнөн, Рәсәй көнөн, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 446 йыллығын һәм Салауат Юлаевтың 266-сы тыуған көнөн билдәләргә йыйына. Баш ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәп, бер нисә майҙансыҡта байрам концерттары ойошторола.
Төп концерт Рус драма театры алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана. Тамаша төнгө 11-ҙә фейерверк менән тамамлана. «Ватан» паркында (Конгресс-холл) федераль һәм республика кимәлендәге йондоҙҙар (исемдәре әлегә сер итеп һаҡлана) ҡатнашлығында концерт әҙерләнә. Шунда уҡ дүрт байрам уңайынан һауаға икенсе салют атыла.
Шулай уҡ яңыртылған «Беренсе май» паркында һәм Өфөнөң башҡа райондарында халыҡ өсөн байрам ойошторола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле Ҡала көнөн, Рәсәй көнөн һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләүҙе көҙгә күсергәйнеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика