06:24 (UTC+5), 18 Сентября 2020

Өфө һылыуҡайы «Мисс Евразия-2020» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы

социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
18 илдән һәм төбәктән 24 ҡыҙ «Мисс Евразия-2020» исеме һәм тажы өсөн көрәште. Өфө ҡыҙы Лилиә Ғилмийәрова, ҡайһы бер дәғүәселәрен артта ҡалдырып, Гран-при яуланы. Ҡыҙ әйтеүенсә, был исем Израиль сибәре лайыҡ булған «Мисс Евразия» титулы менән номинацияға тиң тип әйтергә мөмкин.
«Яҙ көнө, карантинда ултырған ваҡытта, Мисс Максим конкурсында ҡатнашырға булдым һәм журнал версияһы буйынса 4000 ғариза араһынан илдең иң һылыу өс ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә индем, — тип яҙҙы Лилиә. — Ә бөгөн мин Истанбулда уҙған «Мисс Евразия-2020» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы Гран-прийын һәм тажын ҡулыма алдым. Тыуған республикам исеменән сығыш яһауым менән бәхетлемен. Башҡортостан ҡыҙҙары иҫ киткес сибәр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит!».
Лилиә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән әңгәмәләшкәндә конкурсҡа осраҡлы ғына эләгеүе хаҡында әйтте.
«Рәсәйҙәге интернет реклама агентлығы — IConText компанияһының коммерция директоры минең шиғырымды «Фейсбук»тағы сәхифәһендә баҫтырып сығарған. «Мисс Евразия» халыҡ-ара конкурсы президенты мине тап ошо социаль селтәрҙә күреп ҡалып, ҡатнашырға саҡырҙы. Бына шулай, шиғыр яҙырға яратыуым мине тажлы итте», — ти һылыуҡай.
Билдәле булыуынса, Лилиәнең Өфөлә бейеү студияһы бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика