Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.63
+0.67
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2020, 17:07

Башҡортостанда тәүлек эсендә 116 кеше дауахананан тыш пневмония йоҡторған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда уҙған тәүлектә 116 кешелә дауахананан тыш пневмония теркәлгән, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Республикала 33 кешелә COVID-19 раҫланған.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 8 350 яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған.
Бөгөнгә 29 сирле стационарҙа дауалана. Ауыр хәлдәге һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған пациенттар юҡ. Ә 464 амбулатор шарттарҙа дауалана.
Бер тәүлектә 48 пациент — коронавирустан, 86-һы пневмониянан һауыҡҡан. Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр һаны элеккесә 32 кеше тәшкил итә, тип хәбәр итте ведомство.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: