05:09 (UTC+5), 11 Сентября 2020

Йыл һайын республикала уртаса 2,5 мең кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
11 сентябрҙә Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнә. Башстат Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса аналитика әҙерләне. Йыл һайын республикала уртаса 2,5 мең кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығыуға бәйле сәбәптәрҙән 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ (бөтәһе 744 кеше) яҡты донъя менән хушлашҡан, уларҙың уртаса йәше – 51. Сәбәптәр араһында айырыуса алкоголь кардиомиопатияһы (390 осраҡ) һәм алкоголь менән ағыуланыу (190) киң таралған.
Алкоголизмдан үлем 100 мең кешегә 18,4 осраҡ тәшкил итә. Быны инфекция (22,2), үҙ-үҙеңә ҡул һалыу (18,2), транспортта бәхетһеҙ осраҡтарҙың бөтә төрҙәре (12,7) менән сағыштырырға мөмкин.
Ҡала халҡының алкоголдән үлем коэффициенты 100 мең кешегә – 12, ауылда иһә 29 осраҡ тәшкил иткән.
2019 йылдың аҙағына 27,5 мең ир-егет һәм 8,5 мең ҡатын-ҡыҙ «алкоголизм» йәки «алкоголь психозы» диагнозы менән наркодиспансерҙарҙа иҫәптә торған.
Һуңғы биш йылда 5,6 мең кеше иҫәптән төшөрөлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика