Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2020, 10:42
Башҡортостанда яңы Туризмды үҫтереү үҙәге ойошторола
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда яңы Туризмды үҫтереү үҙәге ойошторола. Республика башлығы тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында
баҫылған
.
Туризмды үҫтереү үҙәге республика хөкүмәте тәҡдиме менән булдырыла, тиелә документта. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты. Яңы ойошма әҙер уставты ведомствоға ташырырға һәм уны Юстиция министрлығында теркәүҙе тәьмин итергә тейеш. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙрановҡа йөкмәтелгән.
Республикала бындай үҙәк бар ине. Уға йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар Артур Иҙелбаев етәкселек итте, ул 2019 йылдың авгусында вазифаһын ҡалдырҙы. Һуңынан ойошма ла бөтөрөлдө.
https://www.bashinform.ru/news/1491027-v-bashkirii-sozdaetsya-novyy-tsentr-razvitiya-turizma-/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
туризм
Читайте нас: