11:59 (UTC+5), 09 Сентября 2020

Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында туристик комплекс һәм музей төҙөлә

геопарктың матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Тиҙҙән «Янғантау» геопаркы биләмәһендә яңы ҡыҙыҡлы объекттар төҙөлөргә тейеш.
Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй ерендә – «Салауат ере» тарихи-туристик комплексы. Бында музей, тирмә глэмпингы, палаткалы лагерь, уҡтан атыу урыны һәм ат һарайы планлаштырыла.
Яңы Ҡаратаулы ауылы янында «Карауанһарай» этнографик комплексы — башҡорт ауылы. Әле был аҡланда район һабантуйҙары ойошторола, ә туристарға ул тәү сиратта Йүрүҙән буйлап ағып төшөүҙең финиш нөктәһе булараҡ билдәле. Бында эко-отель, күңел асыу паркы, милли аш-һыу рестораны төҙөү, кәсептәр буйынса йәрминкәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу күҙаллана.
«Мәсетле» геологик киҫелеше урынында — «Алтын сөй» геологик музей комплексы. Бында геология музейы, панорамалы кафе, килгән ғалимдарға эшләү өсөн офис-лаборатория була.
Әлегә проекттар әҙерләнә. Проектлау һәм төҙөлөш геопарктың бюджеттан тыш аҡсаһы иҫәбенә алып барыла. Проекттың дөйөм хаҡы әлегә билдәһеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың июлендә «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә тәүгеләрҙән булып рәсми рәүештә ЮНЕСКО селтәренә инде. Республиканың туристик тармағы өсөн был ҙур мөмкинлек – сит ил туристары өсөн статус-маркер, сифат һәм хәүефһеҙлек күрһәткесе.
Геопарк – асыҡ һауалағы музей ул. Экспонаттары – тауҙар, мәмерйәләр, геологик киҫелештәр. Милли парктарҙан айырмалы рәүештә, инеү өсөн түләргә кәрәкмәй – туристар өсөн бөтәһе лә асыҡ. Иҫтәлекле урындар тураһында тулыраҡ «Ошо ял көндәрендә «Янғантау» геопаркына барыу өсөн туғыҙ сәбәп» материалында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика