10:19 (UTC+5), 07 Сентября 2020

Мәктәптә туҡланыу менән ҡәнәғәт булмаған ата-әсәләр өсөн ҡыҙыу элемтә ойошторолдо

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты менән ҡәнәғәт булмаған ата-әсәләр өсөн ҡыҙыу элемтә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан. Эш көндәрендә +7 (347) 292-11-52 номеры буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин, тәнәфес — көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем.
Дәүләт комитеты һәм Мәғариф министрлығы менюҙың өс вариантын әҙерләгән, муниципалитеттар шулар араһынан тейешлеһен һайлап алған. Беренсе сменала уҡыған бала иртәнге аш менән тәьмин ителергә тейеш. Икенсе сменала уҡыусыларға төшкө аш бирелә. Иртәнге аш еңел ашамлыҡтан, ҡайнар ризыҡтан һәм ҡайнар эсемлектән торорға тейеш, йәшелсә, еләк-емеш индерергә тәҡдим ителә. Төшкө аш – еңел ашамлыҡ, беренсе, икенсе (төп ҡайнар ризыҡ – ит, балыҡ йәки ҡош ите) һәм татлы ризыҡ.
Башҡортостанда федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһы иҫәбенә 1-4-се класс уҡыусылары һәм ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 5-11-се класс уҡыусылары – бер тапҡыр бушлай ҡайнар аш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар ике тапҡыр бушлай аш менән тәьмин ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика