05:21 (UTC+5), 04 Сентябрь 2020

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы ҡарттар йорттарында урындар һанын арттырырға йыйына

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда ҡарттар йорттарында урындар һанын арттырырға һәм стационар учреждениеларҙа уңайлы шарттар булдырырға планлаштыралар, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
Уның һүҙҙәренсә, әле Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығына ике стационар социаль хеҙмәтләндереү объектын төҙөүгә аҡса бүлеү өсөн ғаризалар әҙерләй.
«Именлек» республика геронтология үҙәгенең торлаҡ комплексын һәм Благовещенда өлкән йәштәге граждандар өсөн 60 урынлыҡ торлаҡ корпусты Федераль адреслы инвестиция программаһына индереү күҙаллана.
«Беҙ оло йәштәгеләрҙең стационар учреждениеларҙа уңайлы шарттарҙа йәшәүен булдырыу, үҙ аллы йәшәү күнекмәләрен алыу һәм уларҙы көндәлек тормошта ҡулланыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ», – тип билдәләне Юрий Мельников.
Эш «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында алып барыла.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика