05:36 (UTC+5), 01 Сентября 2020

Республикала район гәзите журналистары беренсе класс уҡыусыларын мәктәпкә әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә

«Учалы гәзите»
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Учалы ҡалаһында «Учалы гәзите» район баҫмаһының журналистар коллективы 1 сентябргә ике беренсе класс уҡыусыһына – Эльвира Ғөбәйҙуллина менән Илнур Абхалиҡовҡа мәктәп формаһы һәм аяҡ кейеме һатып алды. Баҫмала хәбәр итеүҙәренсә, Эльвираны атаһы ун айлыҡ сағынан уҡ яңғыҙы тәрбиәләй. Ә Илнурҙың әсәһе ваҡытлыса эшһеҙ, ғаиләлә тағы бер бәлиғ булмаған бала бар, уны ла мәктәпкә әҙерләргә кәрәк.
«Коллегаларым «Баланы мәктәпкә әҙерлә» хәйриә акцияһы барышында йыл да көсөнән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, былтыр беҙ янғында зыян күргән ғаиләнән ике уҡыусы ҡыҙҙы мәктәпкә әҙерләнек. Был изге йолаға һәр ваҡыт тоғро ҡалырбыҙ тип ышанам. Ә балаларҙың күҙҙәрендә күпме шатлыҡ осҡондарын күрәбеҙ», – ти Учалы мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Фәнисә Таһирова.
«Баланы мәктәпкә әҙерлә» республика акцияһы Башҡортостанда унынсы тапҡыр ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә ғаиләләре ауыр тормош хәлендә ҡалған күп балаларға ярҙам күрһәтелде. Учалы районында ғына быйыл 112 баланың ата-әсәһе ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика