12:03 (UTC+5), 31 Августа 2020

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә докладтарҙың бер өлөшө башҡорт телендә яңғырай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы? Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөнә әҙерлек тураһында башҡортса доклад менән сығыш яһаны. Байрамды апрелдең өсөнсө йомаһында (17 апрелгә тура килде, онлайн үткәрелде) һәм сентябрҙең икенсе йомаһында ойошторорға хәл ителде. Киләһе Милли кейем көнө лә онлайн уҙғарыла: оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, дефиле, дизайнерҙар менән осрашыуҙар, социаль селтәрҙә #МиллиКейем билдәһе менән күләмле флешмобтар, иң яҡшы фотолар баҫма календарға урынлаштырыла.
11 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә Конгресс-холл эргәһендәге майҙанда ҙур әйлән-бәйлән ойошторола, унда милли кейемдәге теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин.
Төп фактор — мәғлүмәт таратыу һәм матди әҙерлек. «Милли кейемдәрҙең тарихы, уларҙың үҙенсәлектәре менән танышыу мөмкинлеге булһын өсөн киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртырға кәрәк. Төрлө йәштәге кешеләр милли кейемдең ниндәйҙер аксессуарҙарын һатып ала алһын өсөн йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр ойоштороу зарур», — тип тәҡдим итте вице-премьер.
Байрам уҙғарылған көндәрҙә эш һәм көндәлек кейемдә милли костюм элементтарын индерергә тәҡдим ителә.
«Милли кейем көнөн үткәреүҙе мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә генә ауҙарып ҡуймауығыҙҙы, төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итергә тырышыуығыҙҙы үтенәм. Был көндө хөкүмәт вәкилдәре менән муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең дә үҙ тамырҙарына хөрмәт менән ҡарарына һәм үрнәк булырына ышанам. Беҙҙең башланғысҡа ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн шулай уҡ йәштәр араһында башҡорт ирҙәр костюмын популярлаштырыу мөһим», — тип билдәләне чиновник.
Фәнүр Йәғәфәров этностилдәге кейем тегеүселәргә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. «Милли элементтар менән тауарҙар – мәктәп формаһы, балалар тауарҙары, көндәлек тормош предметтары етештереү өсөн шәхси индустрия булдырыу мөһим».
Вице-премьерҙың сығышы экранда русса субтитрҙар менән оҙатып барылды. Ул милли элементтар төшөрөлгән эш костюмы кейгәйне.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөндән техник йыһазландырыу теләгән һәр кемгә туған телдә сығыш яһарға мөмкинлек бирә – тәржемә тәьмин ителә: «Күп милләтле республикабыҙҙа хәҙер шундай мөмкинлек бар. Милли кейем көнөнә килгәндә, бының мәҙәни-ял сараһы булмауын хәтергә төшөргөм килә. Был башҡорттоң ғына түгел, күп халыҡтарҙың йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлау тарихы. Мин дә ҡайһы саҡта милли элементтар төшөрөлгән костюм кейеп йөрөйөм, уны 11 сентябрҙә лә кейермен».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика