10:20 (UTC+5), 31 Август 2020

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре һыуыҡ ҡышҡа әҙерләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итте.
«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының төп бурысы – ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнеү. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бының менән ныҡлап шөғөлләнәйек. Синоптиктар ҡыштың һыуыҡ буласағын фаразлай. Беҙ ошо миҙгелде һәйбәт үтергә тейешбеҙ», — тип белдерҙе ул кәңәшмә барышында.
Бынан алда хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда пандемия һәм грипп, ОРВИ эпидемияһы арҡаһында йорттарға һәм социаль объекттарға йылыны иртәрәк бирә башлауҙары ихтимал. Әйтәйек, 15 сентябргә барлыҡ төбәк хеҙмәттәре йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер булырға тейеш. Өфөлә был ваҡытҡа бөтә социаль учреждениеларға йылы биреү планлаштырыла.
«15 сентябргә йылы биреү өсөн бөтә нәмә әҙер булһын. Тәү сиратта социаль учреждениеларҙы йылыта башлайбыҙ. Барыһы ла һауа шарттарына бәйле», — тип билдәләне баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин. Ул шулай уҡ ҡайһы бер медицина учреждениелары урынлашҡан йорттарҙы контролгә алырға ҡушты. Был йорттарға йылы ваҡытынан алда бирелергә тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика